Яңылыҡ
22 Сентября 2021, 11:55

Желатинлы битлектәр

Аш-һыу бүлмәһендә, шулай уҡ косметологияла киң ҡулланылған әйбер ул – желатин. Ул тиренең аҡһым һәм аминокислоталар алмашыныуына ыңғай тәьҫир итеп, торошон яҡшырта. Ваҡ һырҙарҙы шымарта, тирене ағарта, йомшарта, ҡан йөрөшөн әүҙемләштерә. Әйҙәгеҙ, ошо, йәшәртеү һәләтенә эйә булған желатинлы битлектәрҙе үҙебеҙ әҙерләйек!

Желатинлы битлектәрЖелатинлы битлектәр
Желатинлы битлектәр

Һырҙарға ҡаршы

1 сәй ҡалағы желатинды, 0,5 стакан һыуҙы, 3 аш ҡалағы балды, 0,5 стакан глицерин һәм 1 гр самаһы салицил кислотаһы алабыҙ. Улар һалынған һауытты ҡайнар һыуға ҡуйып, масса бер тигеҙгә әйләнгәнсе болғайбыҙ. Һауытты һыуҙан алып, яйлап ҡына, масса крем ҡуйылығына килгәнсе болғап, һыуытабыҙ. Был кремды көн дә йоҡларға 2 сәғәт алдан алдан 20 минутҡа һөртөгөҙ. Һеңеп бөтмәгән өлөшөн салфетка менән һөртөп алығыҙ.

Һыуытҡыста һаҡлаһағыҙ, был масса 1 ай ҡулланыуға етә.

Йәшәреү өсөн бананлы битлек

2 аш ҡалағы ҡайнаған һыуға 1 сәй ҡалағы желатин ҡушып, бүрттерергә ҡуябыҙ. Унан ошонда уҡ 2 сәй ҡалағы банан иҙмәһе ҡушып, тигеҙ итеп болғайбыҙ. Был битлекте таҙа биткә һөртәбеҙ ҙә, 20 минуттан йыуабыҙ.

Һырҙарҙы кәметеү өсөн

4 аш ҡалағы глицеринға 2 сәй ҡалағы бал, 2 сәй ҡалағы желатин һәм 4 аш ҡалағы һыу ҡушып, болғайбыҙ ҙа, утҡа ҡуйып, бөтә ингридиенттар ҙа ирегәнсе, тотабыҙ. Ошо массаға йәнә 4 аш ҡалағы һыу ҡушып, болғатабыҙ ҙа, стерилләнгән банкаға һалабыҙ. Шулай уҡ 20 минутҡа һөртәбеҙ. Битте йыуғас, крем һөртөп ҡуябыҙ. Был битлек һыуытҡыста бик оҙаҡ һаҡлана.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас