Яңылыҡ
26 Сентября 2021, 17:46

91 йәшлек тыл ветераны ярты миллион аҡсаһын билдәһеҙ кешегә биреп ебәргән

Бының хаҡта Башинформ хәбәр итә

91 йәшлек тыл ветераны ярты миллион аҡсаһын билдәһеҙ кешегә биреп ебәргән91 йәшлек тыл ветераны ярты миллион аҡсаһын билдәһеҙ кешегә биреп ебәргән
91 йәшлек тыл ветераны ярты миллион аҡсаһын билдәһеҙ кешегә биреп ебәргән

Стәрлетамаҡ буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығы идаралығына ғариза менән 91 йәшлек тыл ветераны мөрәжәғәт иткән.

21 сентябрь бер ҡатын әбейҙең квартираһы ишеген шаҡый. Әбей таныш түгел ҡатынды өйөнә индерә. Килгән ҡатын иҫке аҡсаларҙы яңыға алмаштырып йөрөүе хаҡында белдерә һәм әгәр инәй аҡсаһын алмаштырмаһа, аҡсалары хаҡын юғалта, тип әбейҙе алдаштыра. Ҡарсыҡ шкафынан 400 мең һум аҡсаһын ҡатынға сығарып бирә. Теге аҡсаны ала, алмаштырып киләм тип сыға ла, юғала.
Был хәл буйынса "мутлашыулыҡ" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙатылған.  

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас