Яңылыҡ
26 Сентября 2021, 07:35

Бер көндә ике йәйәүленең ғүмере өҙөлгән

Ике хәл дә кисә булған

Бер көндә ике йәйәүленең ғүмере өҙөлгәнБер көндә ике йәйәүленең ғүмере өҙөлгән
Бер көндә ике йәйәүленең ғүмере өҙөлгән

Өфө районында кисә юл аварияһы булған, һөҙөмтәлә йәйәүле һәләк булған. Өфө - Ырымбур трассаһының 28-се километрында Салауат ҡалаһынан 32 йәшлек водитель ВАЗ-21102 автомобилендә 40 йәшлек Архангель районынан ирҙе бәрә. ЮХХДИ идараһында хәбәр итеүҙәренсә, йәйәүле ир юлды рөхсәт ителмәгән урында юлға килеп сыҡҡан. Алған йәрәхәттәрҙән ир урында уҡ, ашығыс ярҙам килгәнсе, һәләк булған. Был хәл буйынса тикшереүҙәр башланған.

Шулай уҡ кисә, Өфөнөң Октябрь проспектында бер йәйәүлене бәргәндәр. Фараз ителеүенсә, 59 йәшлек водитель проспект буйлап китеп барғанда, шулай уҡ, рөхсәт ителмәгән урында юл аша үтеп барған ирҙе бәрә. Йәйәүле урында уҡ йән бирә.

Хөрмәтле төркөмдәштәр! Зинһар өсөн, юл ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ. Юл аша үтеү өсөн эшләнгән махсус урындарҙан ғына йөрөгөҙ. Үҙегеҙҙе һәм туғандарығыҙҙы һаҡлағыҙ.

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас