Яңылыҡ
26 Сентября 2021, 06:25

Йоҡо аралаш ҡатынды, "шайтан" тип уйлап, үлтергән

Был хәл кисә булған

Йоҡо аралаш ҡатынды, "шайтан" тип уйлап, үлтергәнЙоҡо аралаш ҡатынды, "шайтан" тип уйлап, үлтергән
Йоҡо аралаш ҡатынды, "шайтан" тип уйлап, үлтергән

Башҡортостанда 33 йәшлек ир, иҫерек килеш, үҙенең 36 йәшлек бергә йәшәгән ҡатынын үлтергән. 24 сентрябрҙә Юрий ныҡ ҡына эсеп алған да, үҙенең бүлмәһендә йоҡлап киткән. Иртәгеһенә, йәғни 25 сентябрҙә,  ҡатын квартираға ҡайтҡан да, сәғәт 15:00 булғанға күрә, ирҙе уятырға тырышҡан.

Ир йоҡо аралаш, уны "шайтан" этә икән тип уйлап, аш бүлмәһенән бысаҡ алып, "шайтанды" һуя башлаған. Аҙаҡ ирҙең һүҙҙәре буйынса, уның күҙенә уны быуып үлтерергә тырышҡан шайтан күренгән.

Был хәлдән һуң 15-20 минут үткәс кенә Юрий аңына килә. Ир үҙенең танышына шылтырата, ул полиция саҡыртырға ярҙам итә. Полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйепле ирҙе отделениеға алып китә. 

Үлгән ҡатындың ике балаһы ҡалған. Билдәле булыуынса, ул бер ҡайҙа ла эшләмәгән булған.

 

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас