Яңылыҡ
30 Сентября 2021, 05:45

Алда мөһим сара көтә

29 сентябрҙә Ейәнсура районында контролерҙарҙың уҡыуы башланды. Район буйынса бөтәһе ете контролер һәм 45 иҫәпкә алыусы эшләйәсәк. Иҫәпкә алыусылар 15 октябрҙән эшләй башлаясаҡ. Был көндө шулай уҡ Ейәнсура районындағы халыҡ иҫәбен алыу буйынса уполномоченый Нәркәс Ҡылысбаева Йәштәр, спорт һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек начальнигы Фидан Түләбаевҡа ирекмәндәр өсөн экипировка һәм махсус һаҡланыу саралары  тапшырҙы.

Алда мөһим сара көтәАлда мөһим сара көтә
Алда мөһим сара көтә

Бөтәбеҙгә лә мәғлүм, 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу – 2020 үтәсәк. Был сара, пандемияға бәйле, ике тапҡыр кисектерелде.

29 сентябрҙә Ейәнсура районында контролерҙарҙың уҡыуы башланды. Район буйынса бөтәһе ете контролер һәм 45 иҫәпкә алыусы эшләйәсәк. Иҫәпкә алыусылар 15 октябрҙән эшләй башлаясаҡ.

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса контролерҙар менән үткәрелгән семинар-ултырышта, йәниҫәпте алыу принциптары менән танышасаҡтар, нисек иҫәпкә алыу документтарын тултырыу һәм планшет менән эшләргә өйрәнәсәктәр. Шулай уҡ уҡыу барышында иҫәпкә алыуҙағы иң таралған һорауҙар өҫтөндә эшләйәсәктәр. Семинарҙа алынған теоретик белемдәр практик дәрестәр менән нығытыласаҡ, уҡыу аҙағында контролерҙар перепись үтеү ҡағиҙәләре тураһында мәғлүмәт алыуҙарын иҫбатлаусы тест үтәсәк.

Был көндө шулай уҡ Ейәнсура районындағы халыҡ иҫәбен алыу буйынса уполномоченый Нәркәс Ҡылысбаева Йәштәр, спорт һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек начальнигы Фидан Түләбаевҡа ирекмәндәр өсөн экипировка һәм махсус һаҡланыу саралары  тапшырҙы. Әйткәндәй, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһында беҙҙең районда биш ирекмән ҡатнашасаҡ. Улар консультациялар биреүҙә, шулай уҡ мәғлүмәттәр йыйыуҙа – иҫәпкә алыусылар сифатында ҡатнашасаҡ. Тағы ла ирекмәндәр Күп функциялы үҙәктәрҙә Дәүләт хеҙмәттәре порталында электрон формалағы иҫәпкә алыу ҡағыҙҙарын тултырыуға бүленгән урындарға граждандарҙы оҙатыуҙа ярҙам күрһәтәсәк. Һәр ирекмән шулай уҡ шәхси уҡыу үтеп, экипировка аласаҡ.

24 сентябрҙән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың Ҡыҙыу линияһы эшләй башланы. Һеҙ 8-800-707-20-20 номеры буйынса шылтыратып иҫәпкә алыу тураһында һорауҙарығыҙҙы бирә алаһығыҙ. Мәҫәлән, нисек итеп Дәүләт хеҙмәттәре порталында үҙаллы иҫәпкә алыуҙы үтергә.

Ҡыҙыу линия көн дә Мәскәү ваҡыты менән 09:00-дән 21:00-гә тиклем асыҡ һәм 14 ноябргә тиклем эшләй.

Шылтыратыу бушлай.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас