

Был хәл бөгөн Әлшәй районында булған. Башҡортостандың ЮХХДИ идараһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, авария Раевка-Ташлы юлының 7-се километрында булған. ВАЗ-2114 һәм Рено Логан автомобилдәре бәрелешкән.
Һөҙөмтәлә, 40 йәшлек ВАЗ-дың водителе һәм 48 йәшлек пассажиры ашығыс ярҙам килгәнсе һәләк булған. Шулай уҡ Рено пассажирҙары 79 һәм 68 йәшлек ҡатындарҙың ғүмере өҙөлгән.
Юл фажиғәһе урынында тикшереү эштәре башланған.