+24 °С
Дождь
Ырымбур өлкәһенең Домбар районында, суррогат араҡы ҡулланып, бер юлы ун кеше үлгән. Район башлығы урынбаҫары Олег Сметанин биргән мәғлүмәттәр буйынса, һигеҙ ир һәм ике ҡатын кеше үлгән. Үлеүселәр төрлө компанияларҙа алкоголь ҡулланған. Был хәл өс йортта булған.
Ваҡиға буйынса тикшереү эштәре бара.