Яңылыҡ
7 Октября 2021, 08:45

Район башлығы коронавирустан туғандарын юғалтҡан

Үкенескә ҡаршы, “ауырыу мине һәм яҡындарымды урап үтәсәк” тигән фекер был осраҡта эшләмәй шул...

К сожалению, мысль "меня это не коснется" не работает...

Белорет районы башлығы Андрей Иванюта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә коронавирустың үҙен, ҡатынын һәм улын да урап уҙмауы тураһында һөйләне.

Уларҙың ғаиләһе шәбәйгән, тик бына уның оло йәштәге яҡын өс  туғаны был зәхмәттән шәбәйә алмаған. 

"Бөтәһе лә арыны, күптәр яҡындарын юғалтты. Үкенескә күрә, кешеләрҙең күпләп йыйылыуын тыйыуҙы һәм вакцина эшләтеүҙән башҡа, бер нимә лә эшләй алмайбыҙ", - тип яҙҙы ул. 


 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас