Яңылыҡ
7 Октября 2021, 12:50

Яңыртылған ЗАГС һәм автовокзал асыласаҡ

Иртәгә, 8 октябрҙә, районда Республика көнөнә арналған байрам саралары уҙасаҡ. Был көндө яңыртылған ЗАГС, автовокзал биналарын һәм Чекмарев паркы янындағы яңы төҙөлгән балалар майҙансығын асыласаҡ.   Байрам саралары графигы сайтта бирелгән. 

Байрам саралары графигы (яҡынса):

14:00 – ЗАГС-ты асыу;

15:00 – балалар майҙансығын асыу;

16:00 – автовокзалды асыу.

Санитар-эпидемиологик хәлгә бәйле, һаҡланыу сараларын ҡулланыу зарур.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас