Яңылыҡ
11 Октября 2021, 10:30

Иртәгәнән ковидҡа ҡаршы яңы тыйыуҙар үҙ көсөнә инә

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  4 октябрҙән дәүләт һәм муниципаль музейҙарға, театрҙарға, китапханаларға, мәҙәниәт йорттарына, кинотеатрҙарға, шулай уҡ күп кеше ҡатнашлығындағы спорт сараларына инеү өсөн сикләүҙәр индерелгәйне.

 

12 октябрҙән был исемлеккә сауҙа үҙәктәре, шәхси музейҙар, күргәҙмә залдары, китапханалар, кинотеатрҙар, концерт залдары өҫтәлә; прививка тураһында сертификатһыҙ йәки сирҙе үткәреү тураһында белешмәһеҙ ҡала-ара автобустарға һәм «Орлан» ҡала яны поезына билет һатып алып булмай.

18 октябрҙән сикләү саралары матурлыҡ салондарына, СПА-салондарға, солярийҙарға, мунсаларға, сауналарға, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, фитнес-клубтарға, бассейндарға, ресторан-кафеларға (әгәр унда 50-нән ашыу урын булһа) ҡағыла.

Башҡортостанда ауырыуҙарҙың дөйөм һаны 71 023-кә еткән. Стационарҙа 986 кеше дауалана, шул иҫәптән 60 йәште үткән 591 пациент. 50 кешенең хәле ауыр, 17-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 6 244 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана (60 йәштән өлкән 4 143 кеше).

Коронавирустан бөтәһе 61 971 пациент һауыҡҡан, шул иҫәптән 604-е — һуңғы тәүлектә.

Әлеге ваҡытта республикала вафат булғандар һаны — 1822 кеше, 60 йәштән өлкәндәр — 1534.

Башҡортостанда вакцинация дауам итә. 1 891 848 кеше — вакцинаның беренсе, 1 325 308 кеше ике компонентын да алған.

Шулай уҡ дауахананан тыш пневмония статистикаһы ла алып барыла. Бер тәүлектә 239 осраҡ асыҡланған.

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас