Яңылыҡ
11 Октября 2021, 05:45

Өйөнә электр утын уңышһыҙ үткәреп янып үлгән

Халыҡты иҫкәртәбеҙ: үҙ белдегегеҙ менән электр уты һуҙмағыҙ!

Кисә, Ҡырмыҫҡалы районында ағас йортта ут сығып, янғында ир кеше һәләк булған. 68 йәшлек ирҙең кәүҙәһен өйҙән сыҡҡан ерҙә табалар. Моғайын, ул өйҙән сығырға уйлағандыр, тик өлгөрмәгән.

Участкала ике өй: һәләк булған ирҙең һәм уның 38 йәшлек улыныҡы. Янғын улының өйөндә сыға. Һәләк булған ир был йортҡа үҙенең өйөнән электр уты һуҙған була.

Янғын бөтәһе лә йоҡлағанда сыға. Улының ҡатыны янған еҫ һиҙеп, ирен уята.  Улар электр үткәрелгән солан мөйөшөндә ялҡын күреп ҡалалар. Һәләк булыусының улы тәҙрәнән сыҡҡанда яралар ала.

Халыҡты иҫкәртәбеҙ: үҙ белдегегеҙ менән электр уты һуҙмағыҙ! Был эште профессионалдарға тапшырығыҙ!

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас