Яңылыҡ
12 Октября 2021, 14:40

Һәр бала йөҙә белергә тейеш

Рәсәй башлығы Владимир Путин балаларҙы йөҙөргә өйрәтеү буйынса дөйөм программа булдырырға ҡушҡан. Хәүефһеҙлек өсөн дә, спорт төрө булараҡ та, һаулыҡ нығытыу өсөн дә йөҙә белеү бик мөһим шөғөл. Аҙағы сайтта.

Йөҙөргә өйрәтеү дәрестәрен мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларынан башлап мәктәп, өҫтәмә белем биреү ойошмаларында, йәйге ял ваҡытында ла ойоштороу күҙ уңында тотола.  Программа 2022 йылдан федераль һәм төбәктәр кимәлендә финанслана башлаясаҡ. Тормошҡа ашырыуҙа иһә Бөтә Рәсәй йөҙөү федерацияһы ла ҡатнашасаҡ. 

Был программа буйынса беҙҙең районда тәүге аҙымдар эшләнелгән дә инде. Һәр көн төштән һуңғы ваҡыт "Салауат" ФҺК-да мәктәп балалары өсөн  бассейнда дәрестәр үткәреү өсөн бүленгән.

Фото: swim-school-1.ru

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас