Ас ҡарынға. Көндө 1 стакан таҙа һыу менән башларға кәңәш ителә. Һыу фильтр аша сыҡҡан булырға тейеш. Бер аҙ лимон һуты өҫтәргә лә мөмкин.
Көн дауамында һыу матдәләр алышыу процесын яҡшырта һәм организмды энергия менән тәьмин итә.
Көнөнә күпме һыу эсергә. Был кешенең кәүҙә ауырлығына бәйле. Һәр килограмға 40 мл һыу алына. Көнөнә6-8 стакан һыу эсеү ашҡаҙан эшләнешен яйға һала, ашағы килеүҙе кәметә.
Ваҡытын белеү мотлаҡ. Һыуҙы ашарҙан 20-30 минут алда йәки ашағандан һуң 2 сәғәт үткәс кенә эсергә кәрәк. Юғиһә матдәләр алышыныу процесын боҙорға мөмкин. Һыу ашҡаҙан һутын һайығайта. Аш өҫтәле артынан торғас та һыу эсеү шулай уҡ зарарлы. Шыйыҡса 15 минуттан эшкәртелмәгән аҙыҡты йыуҙыртып сығарасаҡ, шуға күрә бер нисә сәғәт үткәс кенә эсергә кәңәш ителә.
Табышлы алым. Һыу диетаһы бер ниндәй батырлыҡтар талап итмәй. Бер нисә файҙалы кәңәште генә үтәргә кәрәк: көн һайын эсергә ғәҙәтләнгән ҡәһүәнән баш тартыу (ҡәһүә организмды һыуһыҙландыра), яратҡан газландырылған татлы һыуҙар урынына, фильтр аша сыҡҡан һыу эсеү. Һыуҙы аҙ йотомдар менән, тәмен белеп, ләззәтләнеп эсергә өйрәнегеҙ.
Башҡортостан календарынан.