Сөләймән ғәләйһиссәләмгә нәсихәт ҡылған ҡырмыҫҡаны;
 Нух ғәләйһиссәләм заманында, Әҙәм итенән дә тәмлерәк ит юҡ, тип әйтергә теләгән себендең телен тешләп, кешеләрҙе йыланға ризыҡ булыуҙан ҡотҡарған ҡарлуғасты;
 Сөләймән ғәләйһиссәләмгә илсе булған һөҙһөт ҡошон;
Нәмрүт утына һыу һипкән һыу баҡаһын;
бәндәләргә шифалы бал биргән бал ҡортон.
Ҡоштар ғаиләһенән иң ғәжәбе иһә – Аллаһ Тәғәлә ҡөҙрәте менән Ғайса пәйғәмбәр яһаған йөнһөҙ ҡанат менән оса алған ярғанат. Ул кеше кеүек көлә, йомортҡа һалмай, балаһы ҡарынынан сыға, көндөҙ күрмәй, аҡшамдан һуң бер сәғәт осоп йөрөп, ризыҡ эҙләй.