Яңылыҡ
16 Октября 2021, 13:45

Сәйгә еңел генә тәмлекәс

Сәй өҫтәленә тәмле генә печенье бешерәйекме? Дауамы сайтта.  

500г. он , 200 г. кибет ҡаймағы , 200г. маргарин, 1 йомортҡа, 100г. шәкәр ҡомо алабыҙ. Бөтәһен бергә ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Эслегенә үҙегеҙ теләгән повидло бара , шәкәр һәм йомортҡа һалып туҡылған эремсек тә ярай. Фотолағы кеүек печенье формасы я ап, алдан ҡыҙган духовкала 20-25 минут бешереп алабыҙ. Өҫтөнә шәкәр пудраһы һибәбеҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас