Ейәнсура районының инвестициялар буйынса урынбаҫары Азамат Салауатов, Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте начальнигы Иршат Аҙнағолов һәм район гәзите хәбәрселәре республика башлығы иғлан иткән Указдың үтәлешен тикшереү буйынса дөйөм туҡланыу урындарына сираттағы рейд менән сыҡты.
Улар “Эйек”, “Ейәнсура”, “Усмантау”, “С пылу с жару” кафеларында булды. Әлбиттә, етешһеҙлектәр бар. Ҡуйылған талаптарға буйһонмай битлек кеймәй эшләүселәр бар, ҡайһы бер эшселәрҙең прививка эшләтмәүе билдәле булды һ.б. Был рейд иҫкәртеү маҡсатында үткәрелә, Азамат Таңғатар улы ентекләп ниндәй документтар, ниндәй һаҡланыу саралары ҡулланылырға тейешлеге хаҡында аңлатты.