Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
20 Октябрь 2021, 16:45

Миләштең организмға файҙаһы бик ҙур

Миләштә аскорбин кислотаһы күп. Шуға ул тән температураһын төшөрә, һалҡын тейгәндә файҙаһы ҙур. Тымау, йүтәлдән дә ярҙам итә. Дауамы сайтта.

Миләштең организмға файҙаһы бик ҙур
Миләштең организмға файҙаһы бик ҙур

Миләштә аскорбин кислотаһы күп. Шуға ул тән температураһын төшөрә, һалҡын тейгәндә файҙаһы ҙур. Тымау, йүтәлдән дә ярҙам итә. Был ағастың емештәрендә ашҡаҙан - эсәк эшмәкәрлеген көйләүсе пектиндар бар. Әммә эс ҡатыуҙан ҡулланырға кәңәш ителмәй.

 А витамины күләме буйынса ул кишерҙән ҡалышмай. Көн дә бер аш ҡалағы миләште ҡатыҡҡа, йогуртҡа ҡушып ашай алаһығыҙ. Сөнки бета- каротин һөт майҙары менән яҡшыраҡ үҙләштерелә. Был әсе емештә нервы системаһы өсөн файҙалы В витамины бар, К витаминына ла бай. Тромбоз ҡурҡынысы булғанда ашау тыйыла.
Әселеге бөтһөн өсөн миләште ҡырауҙан һуң йыялар.

Миләштән тәмле генә повидло яһайыҡ, дуҫтар!

1 кг ҡыҙыл миләш, 1,5 кг шәкәр, 1 әфлисун һәм лимон ( алма ла ҡушырға мөмкин)кәрәк.

Әсеһе сыҡһын һәм һыуһыл булһын өсөн миләште туңдырырға һәм 12 сәғәт һалҡын һыуҙа тоторға. Миләште, әфлисун менән лимонды ит үткәргестән сығарырға. Шәкәр өҫтәп, талғын утта 45 минут ҡайнатырға һәм стерилләнгән банкаларға килеп сыҡҡан повидлоны һалып, ҡапҡас ябырға.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: