Яңылыҡ
23 Октября 2021, 05:54

Башҡортостанда 70 млн һум аҡса урлаған кассиршаға хөкөм сығарылды

Өфөнөң Калинин район суды тарафынан  41 йәшлек кассиршаға хөкөм ҡарары сығарылды. Ул коллегалары менән банктан 71 млн һум аҡса урлауҙа ғәйепләнә.

Өфөнөң Калинин район суды тарафынан “Открытие” банкының 41 йәшлек кассиршаһына хөкөм ҡарары сығарылды. Ул коллегалары менән банктан 71 млн һум аҡса урлауҙа ғәйепләнә. Хеҙмәткәрҙе Үҙләштереү һәм тотоноу (РФ-ның ЕК 160-сы ст., 4-се өлөшө), ҙур һәм айырыуса ҙур күләмдәге мутлыҡ (РФ-ның ЕК 159-сы ст, 3,4-се өлөштәре) статьялары буйынса ғәйепле тип таптылар. Уға дөйөм режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһына 4,5 йылға хөкөм иттеләр. Был турала Башҡортостан прокуратураһында хәбәр иттеләр.

Суд билдәләүе буйынса, енәйәттәр 2016 йылдың декабренән 2019 йылдың июленә тиклем ҡылынған. Хеҙмәткәр коллегалары менән бергә  вкладсыларҙың рөхсәтенән тыш аҡсаларын алғандар һәм операциялар башҡарғандар. Улар бергәләп дөйөм күләмдә 45 млндан күберәк аҡса үҙләштергәндәр.

Бынан тыш, улар кредит ойошмаһы кассаһынан 1,8 млн аҡса урлағандар, 23 вкладчиктың рөхсәтенән тыш 1,3 млн һумдан күберәк суммаға полистар һәм ғүмерҙе страховкалау килешеүе төҙөгәндәр. Бынан кассаға аҡса инмәгән. Иҫәп асып һәм уларҙы тулыландырған клиенттарҙы хеҙмәтләндереп, улар 8,7 млн һум аҡса сығарғандар.

Хөкөм ителеүсе ҡатын ғәйебен тулыһынса таныған һәм судҡа тиклем хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөгән. Енәйәт эшләүселәрҙең ҡалғандарына ла айырым эш асылған.
 Банк кассаһында аҡсалар етмәүе ревизия ваҡытында асылған. Полиция хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә,  кассир банктан даими аҡсалар алып сыҡҡан, ә ревизия алдынан бер көн элек бер млн һум аҡса сығарған.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас