Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
23 Октябрь 2021, 19:37

Күп балалы ғаиләләр иғтибарына

Башҡортостан Республикаһының ата-әсәләр һәм педагогтар ассоциацияһы 2021 йылда “Күп балалы ғаилә – ғаилә бәхете палитраһы” проекты менән республика бюджетынан һәм Рәсәй Президенты грантынан субсидиялар рәүешендә гранттар алыу конкурсында еңеү яуланы.

 

Был проект – 2020 йылда башланған ине. Ул 38 ҡала округтарынан һәм муниципаль райондарҙан йөҙҙән ашыу күп балалы ғаиләне йәлеп итте. Яңы проектҡа ярашлы, ассоциация республиканың Граждандар йәмғиәтенә ярҙам итеү фонды, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм проект партнерҙары ярҙамында ғаилә ҡиммәттәрен, именлеген һаҡлауға, нығытыуға йүнәлтелгән саралар үткәрәсәк.

1 ноябрҙән күп балалы ғаиләләр өсөн “Ғаилә калейдоскобы” конкурсы башлана. Конкурсанттар “Һөнәр бәхете”, “Ғаилә ижады”, “Социаль әүҙем ғаилә” номинацияларында ҡатнашып, ғаилә һөнәре, ижад йәки соцаль әһәмиәтле проекттар тураһында видеоролик ебәрергә тейеш. Номинацияла еңеүселәр “Күп балалы ғаилә – милләт ғорурлығы” фильмын төшөргәндә ҡатнашасаҡ.

Киләһе йылдың март айында проектты йомғаҡлау сараһы – “Ғаилә палитраһы” арт-фестивале үткәреләсәк. Иң яҡшы видеороликтар Башҡортостан Ғаилә порталында урынлаштырыласаҡ (www.семьярб.рф).

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: