Яңылыҡ
27 Октября 2021, 11:10

Ағыулы араҡы һатыусыларға – 20 йыл төрмә

«Айыҡ Рәсәй» проекты етәксеһе, Дәүләт Думаһы депутаты Солтан Хамзаев суррогат араҡы һатып, кешеләрҙе ағыулаусыларға ҡарата язаны арттырырға тәҡдим итә.

Добавить в предпочтительные источники Google

 

Октябрь айында   ялған спиртлы эсемлектәр эсеп һәләк булыу осраҡтары күп теркәлде. Был ҡурҡыныс хәлдәр 7 октябрҙә Ырымбур өлкәһендә башланғайны. Унда составында метанол спирты булған эсемлек һатып алған 30-ҙан ашыу кеше вафат булды. Прокуратура тикшереүе башланып та өлгөрмәне, Свердловск өлкәһендә ошондай уҡ ваҡиғалар теркәлде. Бында 16 кеше суррогат ҡорбаны булды.

Тәфтиш комитеты урындарҙа ағыу менән сауҙа иткән бер нисә эшҡыуарҙы ҡулға алып, тикшереү башлаған.

Хамзаев тиҫтәгә яҡын кешене һәләк иткән бындай «эшҡыуарҙарҙы» 20 йылға  иректән мәхрүм итергә кәрәк тип иҫәпләй.

Автор:Айгул Клысбаева