Яңылыҡ
27 Октября 2021, 05:45

Бөгөндән ПЦР-тестар ҡабул ителмәй

Республикала бөгөндән йәмәғәт урындарында ПЦР-тестар ҡабул ителмәй.

 

27 октябрҙән, Башҡортостан Башлығының указына ярашлы, ПЦР-тестар сауҙа үҙәктәре, кинотеатр, театрҙар, фитнес-клубтар, матурлыҡ салондары, һәм 50-нән ашыу кешегә  иҫәпләнгән дөйөм туҡланыу урындарына ингәндә,  ҡабул ителмәй.

Бөгөндән вакциналаныу тураһында сертификат йәки ауырыу үткәреү тураһында справка ғына исемлектәге теге йә был йәмәғәт урынына инергә мөмкинлек бирәсәк.

Әйтергә кәрәк, ПЦР-тестар  пациенттарҙы дауаханаларға планлы һәм ашығыс урынлаштырғанда  ғәмәлдә.

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас