Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
27 Октябрь 2021, 17:35

Раушандың рухы шат булғандыр

#Беҙгә_яҙалар "Бөркөт" ойошмаһы үҙҙәренең етәкселәре Батыр Күсәрбаев менән бик күп изге эштәр башҡара. Егеттәр Буранғол ауылында Раушандың ҡәберенә ҡәртәләү килтереп ҡуйҙылар. Көн бик матур, аяҙ, йылы ине. Раушандың да рухы шат булғандыр.Хәрби хеҙмәттә булып, беҙҙең илебеҙ тыныслығын һаҡлағандарҙы онотмайыҡ. Тулыраҡ сайтта.

#ХәтерҙәМәңгеХәтерҙә.

Бар донъяла һәр бер әсә
Уйһыҙ ҡосһон балаһын,
Сабыйҙары татымаһын
Ҡанлы һуғыш болаһын.
Кусаргалин Раушан Ришат улы ла ошо ҡанлы һуғыш болаһында,Төньяҡ Кавказға хеҙмәт итергә тура килә. Ул 1987 йылдың 4 декабрендә тыуған. Трушин мәктәбендә урта белем алғас армия сафына барырға әҙерләнә.
Ауыр булһа ла зарланмай, сөнки ауыл егетендә ихтыяр көсө, эш һөйөүсәнлек, ҡыйыулыҡ һәм яуаплылыҡ етерлек. Мәктәптә уҡығанда уҡ Раушан спорт менән шөғөлләнә, шунлыҡтан армияла уға физик күнекмәләр еңел бирелә.
2006-2009 йылдарҙа ике йыл да ете ай хеҙмәт итә .Контракт нигеҙендә хеҙмәт иткән егеттең әсәһенә,ҡустыһына,яҡындарына бик ауыр көндәр була.
Ә ул бирешмәй. Разведрота ла хеҙмәт иткән егеттең рәхмәт хаттары, маҡтау грамоталары, "Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡаны" өсөн миҙалы ҡәҙерле иҫтәлек булып ҡалды.
Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан егет Өфө ҡалаһында һаҡсы булып эш башлай. Тик...Хәҙер ул беҙҙең арала юҡ инде.
"Бөркөт" ойошмаһы үҙҙәренең етәкселәре Батыр Күсәрбаев менән бик күп изге эштәр башҡара. Егеттәр Буранғол ауылында Раушандың ҡәберенә ҡәртәләү килтереп ҡуйҙылар. Көн бик матур, аяҙ, йылы ине. Раушандың да рухы шат булғандыр.
Хәрби хеҙмәттә булып, беҙҙең илебеҙ тыныслығын һаҡлағандарҙы онотмайыҡ.
Оноторға хаҡыбыҙ юҡ.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: