Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
27 Октябрь 2021, 19:57

Ҡыҙғаныуҙан кеше үлтереүгә бер аҙым

Стәрлетамаҡта булған хәл бөтәһендә тетрәндерҙе: ир кеше ҡыҙғаныуҙан ҡатынын һәм дуҫын үлтергәйне.

Стәрлетамаҡта февраль айында булған хәл бөтәһендә тетрәндерҙе: ир кеше ҡыҙғаныуҙан ҡатынын һәм дуҫын үлтергәйне. Әле ирҙе “айырыуса ҡанһыҙлыҡ менән ике һәм унан күберәк кеше үлтереү” статьяһы буйынса хөкөм итәсәктәр.

Был аҙымға ирҙе нимә этәргән һуң?

27 февралдән 28-нә ҡарай төндә ул үҙенең бергә йәшәгән 40 йәшлек ҡатыны менән 62 йәшлек танышында кәйеф-сафа ҡора. Ҡатынды ҡыҙғанып, йорт хужаһын һәм ҡатынын  йоҙроҡлап та, аяҡтар менән дә, хатта һынған ултырғыстың тояғы менән туҡмай башлай. Алған йәрәхәттәрҙән хужа ла, ҡатын да  үлә.

 Иртәгәһенә уянғас ул мәйеттәрҙе күрә һәм полиция саҡырта, үҙенең ҡылғандарын тана. Енәйәт эшен тикшереү тамамланған, эш Башҡортостандың Юғары судына  тапшырылған.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: