+1 °С
Ясно


2 аш ҡалағы кастор йәки дегәнәк майы, 2 аш ҡалағы бал ("мунса"ла йылытып алабыҙ) һәм 2 аш ҡалағы сәс өсөн бальзам кәрәк буласаҡ. Бөтәһен дә болғап, сәстәрҙең тамырынан башлап, бөтә оҙонлоғо буйлап һөртөргә, башҡа чепчик кейеп, "сауна эффекты" булдырып, уны таҫтамал менән урап ҡуйырға. 1 сәғәттән ҡатнашманы сәстән йыуырға.