Мошенниктар ололарҙың балалары өсөн бар нимәһен бирергә әҙер тороуы менән файҙаланыла.
Өфөнөң 8-се полиция бүлегенә 83 йәшлек шылтырата. Ул үҙен мошенниктар алдауы тураһында хәбәр итә. Билдәле булыуынса, пенсионерканың йорт телефонына ейәне булып шылтыратып, ярҙам һорайҙар. Йәнәһе, юл-транспорт фажиғәһенә тарыған һәм кемгәлер зыян килтергән, ул кешегә ҡыйбатлы операция яһар өсөн ҙур суммала аҡса кәрәк икән.
Пенсионерка аҡа артынан килгән ир кешегә млн һум аҡса тоттороп ебәрә. Аҡса биреп ебәргәс кенә ейәненең бер ниндәй ҙә аварияға осрамағаны билдәле була. Ҡатын полицияға мөрәжәғәт итә.
Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.