Яңылыҡ
1 Ноября 2021, 11:45

Өфөлә яңы күпер сафҡа индерелгән

Өфө ҡалаһының Воровский урамы тәңгәленән Ағиҙел аша өҫтәмә күпер асылды. Дауамы сайтта.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә яңы күпер сафҡа индерелгәнӨфөлә яңы күпер сафҡа индерелгән
Өфөлә яңы күпер сафҡа индерелгән

Был төҙөлөш “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы алып барылды һәм бының өсөн барлығы 3,43 млрд һум сарыф ителгән. Ошо сумманың 1,9 млрд һумы федераль бюджеттан, 1,4 миллиарды - республика ҡаҙнаһынан бүленгән. Өфө етәкселеге иһә 100 миллион һум аҡсаны баш ҡала бюджеты бүлгән. - Алыу-талыу белмәйенсә төндө-көнгә ялғап эшләгән төҙөүселәргә рәхмәтемде белдерәм. Киләсәктә лә был эш туҡталып ҡалмаясаҡ, - тине республика Башлығы Радий Хәбиров күперҙе асҡан саҡта. Оҙонлоғо 688,8 м тәшкил иткән яңы күпер баш ҡалаға ингән һәм сыҡҡан саҡтағы тығындарҙан ҡотҡарасаҡ.

Автор:Залия Байгускарова