Яңылыҡ
1 Ноября 2021, 06:50

Ноябрь айына намаҙ ваҡыты

Диндә лә сама белеүҙең баһаһы оло. Сама белегеҙ, тип өйрәткән пәйғәмбәр ғ.һ.с. “Бөтә нәмәне саманан арттырып ебәрергә тырышҡандар һәләк буласаҡ”, – ти ул. Донъя тип динде, дин тип донъяны оноторға ярамай, тип өйрәтә хәҙистәр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ноябрь айына намаҙ ваҡытыНоябрь айына намаҙ ваҡыты
Ноябрь айына намаҙ ваҡыты

 * * * Бәндәләрҙең эшләгән яуыз эштәре тутыҡ булып уларҙың күңелдәрен ҡаплай. Был тутыҡ кешенең тыумыштан килгән, ярал-тылмыш хәлендә Аллаһ тарафынан бирелгән илаһи сафлығын юҡҡа сығара, нурын һүндерә, күңелен ҡарайта. Шул ваҡытта күңелдә Аллаһ биргән нурҙы ҡабул итергә урын ҡалмай.

* * * Бөйөктәр менән бергә табындаш булып, ғалимдарға һорауҙар биреп, зирәктәр менән осрашып тороғоҙ.

* * * Ата-әсәләре иҫән ваҡытта йә уларҙың береһе, йә икеһе алдында ла гонаһлы булғандар йәннәтте күрмәҫ. Ундайҙар нәфрәткә дусар булыр.

* * * Үҙен ҡулға ала белеп, тиҙ генә тыныслана белгән кешеләрҙе пәйғәмбәребеҙ ысын мәғәнәһендәге батырҙарға тиңләгән.

* * * Саҙаҡа – ул мал ғына түгел. Кешенең үҙ ҡәрҙәшен ҡаршы алғанда йылмайыуы – саҙаҡа, изгелеккә өндәп, тыйылғандарҙан тыя белеүе – саҙаҡа, аҙашып йөрөгән кешегә юл күрһә-теүе – саҙаҡа, кешегә ҡамасаулап юлда ятҡан ҡыйҙы алып ташлауы – саҙаҡа, берәүгә эсәр һыу биреү – саҙаҡа, күҙе насар кешегә ярҙам итеүе лә саҙаҡа.

Сығанаҡ:"Һамар" гәзите

Автор:Залия Байгускарова