Яңылыҡ
4 Ноября 2021, 04:22

Район хакимиәте башлығы Дәмин Юлановтың Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлауы.

Хөрмәтле Ейәнсура районы халҡы һәм ҡунаҡтары! Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ихлас ҡотлайым! Был әһәмиәтле байрам күп милләтле Рәсәй халҡының илебеҙ ҡеүәтен арттырыу мәнфәғәттәрендә берләшеүенең тәрән тарихи традицияларын символлаштыра. Беҙ һәр ваҡыт Тыуған илебеҙҙе бөйөк, көслө һәм уңышлы итергә ынтылабыҙ. Беҙҙең  районда төрлө милләт вәкилдәре тыныс һәм татыу йәшәй. Мәҙәниәттәрҙең һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙең күп төрлөлөгө дөйөм тарихты, мәҙәни мираҫты тәшкил итә, улар беҙҙең барыбыҙға ла яҡын һәм ҡәҙерле. Бына ошо берҙәмлек, бер-беребеҙгә ярҙам итеү, ижади эшкә ынтылыш һәр ваҡыт районыбыҙҙы үҫтереүҙең нигеҙе булып ҡалһын! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, иртәгәһе көнгә ышаныс, районыбыҙ, Башҡортостан Республикаһы һәм тотош Рәсәй мәнфәғәттәрендә изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем! Район хакимиәте башлығы Д.Юланов.

Добавить в предпочтительные источники Google

Хөрмәтле Ейәнсура районы халҡы һәм ҡунаҡтары!

Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ихлас ҡотлайым!

Был әһәмиәтле байрам күп милләтле Рәсәй халҡының илебеҙ ҡеүәтен арттырыу мәнфәғәттәрендә берләшеүенең тәрән тарихи традицияларын символлаштыра. Беҙ һәр ваҡыт Тыуған илебеҙҙе бөйөк, көслө һәм уңышлы итергә ынтылабыҙ.

Беҙҙең  районда төрлө милләт вәкилдәре тыныс һәм татыу йәшәй. Мәҙәниәттәрҙең һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙең күп төрлөлөгө дөйөм тарихты, мәҙәни мираҫты тәшкил итә, улар беҙҙең барыбыҙға ла яҡын һәм ҡәҙерле. Бына ошо берҙәмлек, бер-беребеҙгә ярҙам итеү, ижади эшкә ынтылыш һәр ваҡыт районыбыҙҙы үҫтереүҙең нигеҙе булып ҡалһын!

Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, иртәгәһе көнгә ышаныс, районыбыҙ, Башҡортостан Республикаһы һәм тотош Рәсәй мәнфәғәттәрендә изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!

Район хакимиәте башлығы Д.Юланов.

Автор:Айгул Клысбаева