Яңылыҡ
5 Ноября 2021, 07:00

Оҫталарыбыҙҙың эштәре Өфөлә күргәҙмәлә

Өфөлә "Урал" галереяһында Ейәнсура шәлдәре күргәҙмәһе ойошторола.

Добавить в предпочтительные источники Google
Оҫталарыбыҙҙың эштәре Өфөлә күргәҙмәләОҫталарыбыҙҙың эштәре Өфөлә күргәҙмәлә
Оҫталарыбыҙҙың эштәре Өфөлә күргәҙмәлә

9 ноябрҙән "Урал" галереяһы залдарында Ейәнсура районынан «Халҡым минең – сикһеҙ хазина – Живет в народе красота» исемле бер түгел ике күргәҙмә тамашасыларын көтәсәк.

Башҡорт дебет шәле республикала ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә лә билдәлелек алған, ә Ейәнсура оҫталары бәйләгәндәре иһә республика фестивалдәрендә гел Гран-при һәм призлы урындар ғына яулап килде. Күргәҙмәлә районыбыҙҙың иң-иң оҫталарының эштәре менән танышырға мөмкин буласаҡ.

Икенсе залда Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының һәм уҡытыусыларының эштәре күргәҙмәһен күрә алаһығыҙ.

Өфөлә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ күрмәй ҡалмағыҙ!

Күргәҙмәләр 15:00 сәғәттә асыла һәм 21 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Ковидҡа ҡаршы һаҡланыу сараларын ҡулланыу мотлаҡ!

Сығанаҡ: «Культурный мир Башкортостана"

Автор:Залия Байгускарова