Яңылыҡ
8 Ноября 2021, 06:08

Бөгөндән ковидтың яңы сертификаттары ғәмәлгә инде

Ковидтан вакциналаныу йә иһә сир кисереп үткәреү тураһында документ рус һәм инглиз телдәрендә, ҡағыҙ һәм электрон формала буласаҡ, тип яҙылған Һаулыҡ һаҡлау министрлығының порталында.

Добавить в предпочтительные источники Google

Ковидтан вакциналаныу йә иһә сир кисереп үткәреү тураһында документ рус һәм инглиз телдәрендә, ҡағыҙ һәм электрон формала буласаҡ, тип яҙылған Һаулыҡ һаҡлау министрлығының порталында.

 Сертификат вакцианаланыу тамамланғандан һуң өс көн дауамында автоматик рәүештә формалашасаҡ. Ә беренсел компонент индерелеү тураһында мәғлүмәттәр Дәүләт хеҙмәттәре порталының  мәғлүмәттәр ресурсына ҡуйыласаҡ. Приказ көсөнә ингәнсе тултырылған сертификаттар 2022 йылдың 1 мартына тиклем автоматик рәүештә үҙгәртелеп эшләнәсәк.

Граждандар сертификаттың ҡағыҙ вариантын да ала ала, бының өсөн үҙаллы МФЦ-ға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

 

Автор:Айгул Клысбаева