

Йәниҫәпкә 5 кешенән торған ғаиләне индерҙем. Ике ҡыҙым бәлиғ булғандар инде, улар үҙ аллы йәшәй. Шуға күрә минең менән бергә йәшәгәндәрҙе генә иҫәпкә индерҙем. Үҙемде һәм ике улымды башҡорт тип яҙҙырҙым. Улдарым әлегә бәләкәй әле, шуға ла ҡатыным менән бергәләп уларҙың милләтен башҡорт тип билдәләргә ҡарар иттек. Рәсәй Федерацияһы гражданымын. Дүрт тел дә һөйләшәм: ике туған телем башҡорт һәм рус телдәре, ике сит тел- инглиз һәм төрөк телдәре.