Янғын ирекле янғын һүндереүселәр командаһы, волонтерҙар, ауыл халҡы ярҙамы менән бер сәғәттә һүндерелә. Йортта оло пар: 82 йәшлек ирҙең һәм 78 йәшлек ҡатындың кәүҙәһе табыла.
Әле янғын сәбәптәре асыҡлана.
Хөрмәтле республика халҡы! Янғын тигән ҙур бәләнән һаҡланыу өсөн республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә иғтибар итергә һәм уларҙы бер һүҙһеҙ үтәргә саҡыра. Бына улар:
– асыҡ ут сығанаҡтарын – шырпы, зажигалка, шәм, тоҡандырылған тәмәкене һаҡ ҡулланығыҙ, ятҡан ерегеҙҙә тәмәке тартмағыҙ;
– тиҙ тоҡаныусан предметтар һәм материалдар менән эшләгәндә ут яндырмағыҙ;
– электр селтәренә ҙур көсөргәнеш яһамағыҙ, электр ҡорамалдарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, уларҙы балаларға ышанып ҡалдырмағыҙ;
– изоляцияһы зыян күргән электр үткәргесен, үҙегеҙ эшләгән йылытыу һәм ҡыҙҙырыу ҡорамалдарын файҙаланмағыҙ;
– сатнаған урыны булған, ишеге эшләмәгән мейестәрҙән һәм каминдарҙан файҙаланмағыҙ, асыҡ ишекле мейескә яҡмағыҙ.
Мейес алдына 50-гә 70 сантиметрлы йоҡа тимер ҡағығыҙ;
– мейесте артыҡ ҡыҙҙырмағыҙ, эҫе мейестә утын, кейем һәм башҡа материалдарҙы киптермәгеҙ;
Бәләкәй балалары булған ата-әсәгә айырым мөрәжәғәт итәбеҙ. Балаларҙы бер ҡасан да ут, шырпы, зажигалка менән уйнатмағыҙ. Еңел янып китеүсән материалдар һәм шыйыҡсаларҙы балаларҙың буйы етмәгән урында һаҡлағыҙ. Уларға ут яғырға һәм уны ҡарап торорға ҡушмағыҙ.
Бөгөн кешеләрҙе янғындан ҡотҡарыусы иң файҙалы сара – үрҙә телгә алған янғын тураһында иҫкәртеүсе автономлы ҡулайлама. Ул янғын сығыу менән төтөн еҫен тоя һәм ныҡ тауыш сығарып сырылдап кешеләрҙе иҫкәртә.
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү ғүмерегеҙҙе, һаулығығыҙҙы һәм мөлкәтегеҙҙе һаҡлай. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Сығанаҡ: Башинформ.