Яңылыҡ
18 Ноября 2021, 05:50

Ҡатын-ҡыҙҙар ышаныусан булалар ҙа инде...

Иғтибар: интернет мошенниктары!

Добавить в предпочтительные источники Google

 

58 йәшлек өфөлө 800 меңдән ашыу аҡсаһын тарологҡа күсергән.

Билдәле интернет-ҡушымтала Мәскәү янындағы ҡаланан булған йәш экстрасенстың иғланына юлыға. Ул таро кәртендә юраған була. Өфөлө тәүҙә үҙенә, унан ҡыҙының һаулығы, уның шәхси тормошо өсөн һалдыра. Таролог ҡатынға ҡан менән бәйләнгән бөтә кешене лә картала юрарға кәрәк тип ышандыра. Ышаныусан ҡатын 500-ҙән 70 мең һумға тиклем 16 күсереү яһай. Бер мәл аҡсаһы бөткәс, таролог ҡатынды кредит алырға йәки алтын-көмөш биҙәүестәрен ломбардҡа бирергә күндерә башлай.
Бәхеткә күрә, ҡатын “уянып китә”. Үҙенең 800 меңдән ашыу аҡсаһын мошенникҡа күсергәнен аңлап ҡалған ҡатын полицияға мөрәжәғәт итә.
Бына шулай, бындай алданған кешеләр тормошта берәү генә түгел, меңәрләгән.

Автор:Айгул Клысбаева