Яңылыҡ
18 Ноября 2021, 07:50

Изге эш башҡарыла

"Иҙәш ауылында ППМИ программаhы сиктәрендә ауыл зыяраты кәртәләнеп алынды. Ауылдың ир-егеттәре берҙәм, дәррәү сығып эште аҙағына еткереп ҡуйҙылар, тик ҡапҡа ғына кәрәк ине. Бөгөнгө көндә зыярат ҡапҡаһы ла эшләнеп бөтөүгә табан бара. Нисәнсе көн дауамында егеттәр иҫ киткес матур ҡапҡаның осона сығып та ҡуйҙылар. Афариндар, шулаймы?" - тип ауылдаштарынң ҡыуаныстары менән уртаҡлаша Луиза Ҡунаҡбаева үҙенең сәхифәһендә.  #ППМИ

Добавить в предпочтительные источники Google
Изге эш башҡарылаИзге эш башҡарыла
Изге эш башҡарыла

Изге ғәмәл, изге эштәр башҡарған иҙәштәр. Ошо изгелектәре үҙҙәренә мең сауаптар булып әйләнеп ҡайтһын, Аллаһа Тәғәләм уларға ике донъя рәхәтлектәрен насип итһен!

Автор:Айгул Клысбаева