Яңылыҡ
18 Ноября 2021, 11:50

Өс районды карантинға япҡандар

Республикала, өс район һыйырҙар араһында ҡурҡыныс ауырыу таралыу сәбәпле, карантинға ябылған, тип хәбәр итәләр республиканың Ветеринария идаралығынан.

Добавить в предпочтительные источники Google

Һыйырҙарҙа лейкоз сире таралған. Уларҙың төрлө органына насар шеш сыға, бигерәк тә ҡан-тамыр системаһында сир йыш осрай. Сирле малдың һөтөндә канцероген матдәләр бүлә, ул кешелә лә рак барлыҡҡа килтереүе мөмкин. Малды был сирҙән дауалап булмай, шуға ла салырға тура килә.

Карантин 9 ноябрҙән – Күгәрсен районының Ҡалдар  ауылында, ә 15 ноябрҙән –  Балтас районының Ҡомъяҙы, Бөрө районының Ҡуян ауылдарында индерелә. Был мәлдә малдарҙы ферманан сығарыу, һөтөн һауып алыу тыйыла.

Автор:Айгул Клысбаева