

Көн һайын Ер шарында юл-транспорт ваҡиғаларында 3,5 мең самаһы кешенең ғүмере өҙөлә. Бер йыл эсендә 1,35 млн-дан күберәк кеше һәләк булһа, төрлө ауырлыҡтағы тән йәрәхәттәре алыусылар 20 миллиондан алып 50 миллионға тиклем теркәлә. Күңелһеҙ статистикаға күҙ һалһаҡ, 5-29 йәшлектәрҙең үлеменең төп сәбәбе – авария. Юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булғандарҙың ҡап яртыһы йәйәүле, мото һәм велотранспортта хәрәкәт итеүсе.
Халыҡтың иғтибарын ошо күңелһеҙ фактҡа йәлеп итеүгә, юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүгә ҡайтып ҡала ла инде Бөтә донъя Юл-транспорт ваҡиғалары ҡорбандарын иҫкә алыу көнө. Ул йыл да ноябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә.
- Был ябай һандар ғына түгел.Юлдағы һәр фажиғә күпме ғаиләнең баҫылмаҫ йән яраһы, күҙ йәше, һынған яҙмыштар, тормошҡа ашмаған хыялдар. Ошо хаҡта юлға сыҡҡан һәр кем иҫендә тотһон ине. Бигерәк тә руль артына ултырғандар иңенә ҙур яуаплылыҡ һалына. Шул уҡ ваҡытта пассажирҙар ҙа, йәйәүлеләр ҙә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен инҡар итмәһен ине, – ти Ейәнсура районының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы, полиция майоры Илнур Бакиров.
Ейәнсура юлдарында теркәлгән хәлдәрҙе анализлау шуны күрһәтә: 2020 йылдың октябренә ҡарата 113 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлһә, быйыл был күрһәткес 19-ға артып, 132-гә еткән. Уларҙың 11 осрағында зыян күреүселәр теркәлгән. Былтыр – өс, быйыл ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Шул уҡ ваҡытта йәрәхәт алыусылар киреһенсә берәүгә артып, быйыл 9 кеше булған. Бәлиғ булмағандарҙың үлеменә юл ҡуйылмаған. Шулай ҙа бер бала йәрәхәт алған. Бер аварияла йәйәүленең ғәйебе асыҡланған.
Илнур Басир улы әйтеүенсә, юлдарҙағы хәүеф күп осраҡта руль артына иҫерткестәр ҡулланып ултырыуға, тиҙлекте арттырыуға, хәүефһеҙлек ҡайышын, балалар өсөн махсус ҡулайламаны ҡулланмауға, төҙөк булмаған транспорт сараһын ҡулланыуға, водителдең арыуына, руль артында иғтибарһыҙлығына (телефондан йә пассажирҙар менән һөйләшеү, тәмәке тартыу, ашап-эсеп барыу), уңайһыҙ аяҡ кейеменә (бейек үксә), юлдың сифатына, һауа торошона бәйле. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, Ейәнсура районы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы гәзит уҡыусыларға мөрәжәғәт итә: ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгеҙ, ашыҡмағыҙ, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы ихтирам итегеҙ!
Ә. Әйүпова.