Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
24 Ноябрь , 16:50

Үтәғол күперенә баннер ҡуйылды

Хәҙер бына ошондай матур баннер ҡаршы ала Ҡаҫмарт йылғаһы аша үткәндәрҙе. 

Үтәғол күперенә баннер ҡуйылды

Ҡаҫмарт йылғаһы аша Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналып төҙөлгән күпер үҙенең йөҙөн юғалтып, төҫһөҙләнә башлаған ине. Башҡаларынан үҙенсәлекле төҙөлөшө менән айырылып торған райондағы берҙән-бер бындай күпергә октябрь айында косметик ремонт яһалды.

Бик ҙур эш башҡарылды, күпер күркәм булып, яңырып, йәмләнеп китте.  

Әле бына баннер ғына етмәй тора ине, уныһы ла бөгөн ҡуйылды. 

Баннерҙы ауыл биләмәһе башлығы Сабит Фазлыев заказ биреп яһатҡан, Ғәлиәс Вәлиев, Таһир Бирҙеғолов, Фаил Ҡолсурин, Илһам Ишемғолов һәм Сабит Мағаз улы бергәләп урынына мендереп ҡуйҙылар. 

Автор:Айгул Клысбаева