Яңылыҡ
25 Ноября 2021, 05:45

Нефтекамала сүп-сарҙы айырып йыйыуҙы ойошторғандар

Статистика  һандарына ҡарағанда Рәсәйҙә 90% пластик сүп-сар полигондарына эләгә. Ә ул бит иң оҙаҡ сереүсе материал. Экологтарҙы йылдан йыл пластик сүп-сарҙың күләме артыуы ныҡ борсой.    

Добавить в предпочтительные источники Google
Нефтекамала сүп-сарҙы айырып йыйыуҙы ойошторғандарНефтекамала сүп-сарҙы айырып йыйыуҙы ойошторғандар
Нефтекамала сүп-сарҙы айырып йыйыуҙы ойошторғандар

Нефтекама ҡалаһында асыҡ һары төҫтәге 300 сүп-сар контейнеры ҡуйғандар. Эксперимент рәүешендә бында сүп-сарҙы айырып йыйыуҙы ойошторғандар. Был айырым йыйылған пластик ҡалдыҡтарҙы һүрәттәге сүп-сар машинаһы ҡала буйлап йыйып аласаҡ һәм ҡабаттан эшкәртеү өсөн алып китәсәк.

Шулай уҡ Яңауыл һәм Бөрө ҡалаларында ла сүп-сарҙы айырып йыйыуҙы ойоштомаҡсылар. Бынла сүп-сар йыйыу менән "Мехуборка" федераль төркөмөнә ҡараған «Дюртюлимелиоводстрой» регоператоры шөғөлләнә. 

Белгесәтр пластик ҡалдыҡтарҙы ҡабат эшкәртеү бик килемле эш тиҙәр, сөнки пластик шешәләр һәм башҡа пластик һауыттар етештереүселәрҙә һорау менән ҡулланыла.

Башинформбюро.

Автор:Залия Байгускарова