Әҙер желатин нигеҙенә 1 аш ҡалағы һоло оно (блендер йә кофеваҡлағыс мн онтайбыҙ), 2 аш ҡалағы әфлисун һуты ҡушабыҙ.
Йылымса массаны бутап биткә 25-30 минутҡа ҡалдырабыҙ. Унан йылы һыу мн сайып төшөрәбеҙ.
Йомшартыусы, туйындырыусы битлек
Кәрәк: бер ҡалаҡ желатин порошогы, берәр балғалаҡ бал, зәйтүн майы. Желатин өҫтөнә йылы һыу ҡойоп, шыйыҡ хәлгә еткәнсе йылытырға. Бал менән зәйтүн майын өҫтәп болғатырға. Тән йылылығына етеп һыуынған массаны биткә һөртөп, ныҡлап кипкәнен көтөргә. Ипләп кенә һыҙырып алырға. Был саҡта тире ҡытыршы өлөшсәләрҙән арына, таҙара һәм файҙалы матдәләргә лә байып ҡала.
Һырҙарға ҡаршы
Кәрәк: бер-ике ҡалаҡ желатин, 100 миллилитр һөт. Желатинды таҙа һауытҡа һалып, өҫтөнә һөт ҡоябыҙ ҙа талғын утта бер туҡтауһыҙ болғата-болғата йылытабыҙ. Тән йылылығына етерлек кенә булып һыуынғанын көтәбеҙ. Уғаса битте таҙартып йыуабыҙ. Йылымыс ҡына желатинды биткә һөртөп, 30–40 минутҡа ҡалдырабыҙ. Йоҡа ғына тиресә рәүешендә кипкән желатинды ипләп кенә һыҙырып алабыҙ.
Әлбиттә, ҡулланыу алдынан желатинға аллергия юҡмы икәнен тикшереп ҡарағыҙ!