Яңылыҡ
28 Ноября 2021, 09:15

Ҡурҡыныс янғында кеше ғүмере өҙөлдө

Бөгөн төндә Шишмә районының Богомоловка ауылында сыҡҡан янғында бер ир янып һәләк була.

Добавить в предпочтительные источники Google

Янғын һүндереүселәргә ошо ауылда йәшәүселәр шылтыратып ағас йортта ут сығыуын әйтә. Янғын урынына килгән ҡотҡарыусылар бинаның төптәге бүлмәлә ирҙең мәйетен таба, ә уның 48 йәшлек дуҫы 100 процент тән һәм тын юлдары бешеү йәрәхәте менән больницаға оҙатыла. Уның ғүмере өсөн табиптар көрәшә. Янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана.

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре:
Төҙөк электр ҡорамалдары менән генә ҡулланығыҙ.
Иҫке шнур, оҙонайтҡыстар, төҙөк булмаған розетка, штепсель, электр ҡорамалдары менән файҙаланмағыҙ.
Электр ҡорамалдарын ремонтларға электриктарҙы саҡырығыҙ.
Көсөргәнеш биргән ҡеүәтле ҡорамалдарҙы бер юлы тоҡандырмағыҙ.
Ҡабыҙылған электр ҡорамалын тиҙ яна торған, ағас, пластик әйберҙәргә яҡын ҡуймағыҙ.
Өйҙә газ еҫе сыҡҡанда утты, шырпыны, тәмәкене, телефонды ҡабыҙырға ярамай.
04 телефоны аша авария хеҙмәтен саҡырығыҙ, улар килгәнсе бинаны елләтегеҙ.
Тоҡандырылған газ ҡорамалдарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Шырпы, зажигалкаларҙы балаларҙан алыҫыраҡ урында һаҡлағыҙ.
Мейес янғанда, газ тоҡандырылған саҡта балаларҙы өйҙә яңғыҙ ҡалдырып, ҡайҙалыр сығып китмәгеҙ.
Янғын сыҡһа 01 йәки 112 телефондарына шылтыратығыҙ! Адресығыҙҙы, ҡайҙа, нимә янғанын әйтегеҙ. Балаларҙы урамға сығарығыҙ!
Ут яңы тоҡанған булһа, уны һүндерергә ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙе файҙаланығыҙ (ҡалын юрған, тун, гөл һауытындағы тупраҡ, һыу һ.б.), әммә ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ.

Фото: Т. Амановтыҡы.

Автор:Айгул Клысбаева