

2021 йылдың 29 ноябренән 31 декабренә тиклем Башҡортостанда йәш ылыҫлы ағастарҙы һаҡлау маҡсатында законһыҙ киҫеү осраҡтарын кисектереү өсөн "Шыршы - 2021" профилактик операция ойошторола.
Урман һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тарафынан яңы йыл ҡупшыҡайы һатылған урындар булап рейдтар һәм урман хужалығы фонды ерҙәренә патруль яһаласаҡ. ЮХХДИ менән берлектә юлдарҙа тәүлек әйләнәһенә стационар посттар һәм дежур инспекторҙар эшләйәсәк.
Законһыҙ рәүештә ҡырҡылған ылыҫлы ағастар өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Айырым граждандар өсөн 3-4 мең , вазифалы кешеләр категорияһына 20-40 мең, юридик шәхестәргә - 200-300 мең штраф һалыуҙары мөмкин. Штрафтан тыш закон боҙоусы ҡырҡылған шыршылар хаҡын урман фондына ҡайтарырға тейеш. Әгәр ҙә килтерелгән зыян 5 мең һумдан артһа, енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ. Был осраҡта иң күбе 6 йылға иректән мәхрүм итә алалар.
Башинформдан.