Яңылыҡ
2 Декабря 2021, 09:50

Һаҡ булығыҙ: юлда аттар!

Ейәнсура юлдарында аттар йөрөүен дауам итә. Был фотолағы аттар Абзан-Малиновка юлында теркәлгән.  Йорт хайуандары күпселектә юлға ҡараңғы мәлдә, йә кинәт йүгереп килеп сыға, водителдәр тормозға баҫҡан хәлдә лә, транспортты туҡтатып өлгөрә алмай ҡала.   Һөҙөмтәлә мал һәләк була, водителдәр яралана, транспорт оло зыян күрә. Ватылған машина өсөн мал хужалары түләнергә мәжбүр.   Шуға ла, зинһар, малығыҙҙы ҡарап ҡына йөрөтөгөҙ! Юлға сығып ҡазаландыра күрмәһен!

Добавить в предпочтительные источники Google
 
 

Хөрмәтле водителдәр, юлда һәр ваҡыт уяу булығыҙ, тиҙлек режимын һаҡлағыҙ, айырыуса төнгө ваҡытта иғтибарлы булығыҙ!

Автор:Айгул Клысбаева