Үҙе шундай ябай, тормош юлын башҡаларға изгелек эшләүгә арнаған, 45 йыл ғүмерен ауылдаштары һаулығын һаҡлауға арнаған юғары категориялы фельдшер Миңзәлә Кинйәбаева тураһында һөнәренә генә түгел, тыуған ауылына ла ғүмере буйы тоғро булып йәшәүсе ауылдашыбыҙ тип әйтергә кәрәк. Көн булһынмы, төнмө - ҡарап тормай, бар эшен ташлап, арыу-талыу белмәй, ярҙамға ашыға ул.Ауылдаштарының рәхмәт һүҙҙәре - уның күп йыллыҡ тынғыһыҙ хеҙмәте өсөн иң ҙур баһа. Миңзәлә апайҙың тырышлығы, хеҙмәтенә тоғролоғо рәхмәт хаттары, Хөрмәт грамоталары менән билдәләнгән. Шулар араһында 2010 йылда алынған "Һөнәре буйынса иң яҡшы" номинацияһын, 2015йылда БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хатын һәм Шәфҡәт туташтары ассоцацияһы грамотаһы айырыуса ҡәҙерлелер.Тылы ныҡлы булғас күңеле лә тыныс Минзәлә Хаммат ҡыҙының: Вәли Муллағәли улы менән өс бала тәрбиәләп, ейән-ейәнсәрҙәренә һөйөнөп, ауылдаштар ихтирамын тойоп, ауылдың күрке булып йәшәй улар.
Минзәлә апай ауылда ниндәй генә сара үткәрелһә ла уртаһында ҡайнай.
https://vk.com/public197712698