СВЧ-нурланышта матдәләр молекулаһы тиҙерәк хәрәкәт итә, һөҙөмтәлә температура күтәрелә. Микротулҡынлы энергия приборҙың тышына сыҡмағанлыҡтан (ризыҡты йылытҡанда ул ябыҡ була), бер зыяны ла юҡ. Тимәк, ҡурҡмайынса тотонорға була.
Нисек ҡулланырға була:
- Киптерелгән аш тәмләткес үләндәрҙең тәмен яңыртып алырға теләһәгеҙ, 30 минутҡа уларҙы микротулҡынлы мейестә тотоу ҙа етә.
- Иҫкергән икмәкте салфеткаға төрөп, яңыртып алырға ла була.
- Миндаль емештәрен бер аҙ эҫе һыуҙа тотоп алғандан һуң, 30 секунд микротулҡынлы мейестә ҡыҙҙырһаң, ҡабығы яҡшырыҡ әрселер.
- Әфлисун менән грейпфрутты мейескә ҡуйып алғандан һуң уларҙың ҡабығы эсендәге аҡ тышсаһы еңел генә таҙартылыр.
- Микроутулҡынлы мейес ярҙамында лимон һутын тамсыһына тиклем һығып алырға була.
- Балыҡ ҡырҡҡан, йәшелсә-емеш тураған таҡтағыҙҙағы насар еҫ бөтмәһә, лимон һөртөп, «ҡыҙҙырып” алығыҙ.
- Һауыт-һаба йыуған губканы дезинфекциялау өсөн был мейес үтә лә уңайлы!