Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
7 Декабрь 2021, 20:05

Яңы йылға күпме шыршы, ҡарағайҙар ҡырҡылыр икән?

Башҡортостан урмансылыҡтарында Яңы йылға шыршылар әҙерләй башлағандар.

Яңы йылға күпме шыршы, ҡарағайҙар ҡырҡылыр икән?
Яңы йылға күпме шыршы, ҡарағайҙар ҡырҡылыр икән?

Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, яңы йыл алдынан урмансылыҡтар 60 меңгә яҡын ылыҫлы ағас әҙерләргә йыйына, 3 декабргә 23 807 ағас әҙерләнгән дә инде. «Шыршы, ҡарағай һәм аҡ шыршы кеүек ылыҫлы ағастарҙы әҙерләү эше республиканың экосистемаһына зыян килтермәйенсә, махсус билдәләнгән урындарҙа алып барыла, быйыл да ошо ҡағиҙәнән тайпылмайбыҙ», — тине Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының мөлкәт менән идара итеү, техник үҫеш һәм хеҙмәтте һаҡлау бүлеге начальнигы Альберт Байтимеров.

Башинформ.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: