Яңылыҡ
14 Декабря 2021, 11:06

Рәсәйҙә бюджетниктарға эш хаҡы арттырыла

Бюджетниктарҙың эш хаҡын арттырыу өсөн резервтағы фондтан 12,2 миллиард һумдан күберәк аҡса йүнәлтелә.

Добавить в предпочтительные источники Google

 

Бойороҡҡа Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.

Уҡытыусыларға, табиптарға, юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларына, шулай уҡ фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәндәргә хеҙмәт хаҡы арттырыла.

Аҡсаның 2,9 миллиард һумдан ашыуы – мәғариф, 5,2 миллиард һумдан күберәге ғилми учреждение хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуға йүнәлтелә.

Медицина учреждениеларына – 2,6 миллиард һум, мәҙәниәт учреждениеларына 1,3 миллиард һумдан ашыу бирелә.

 

Автор:Айгул Клысбаева