Яңылыҡ
15 Декабря 2021, 10:45

Меновазин ҡулланаһыңмы?

Күптәребеҙ дарыухананан меновазин исемле шыйыҡсаны йәки мазьды алғаны барҙыр, ҡулланалыр. Әммә уның ҡулланыу даирәһе киң икәнен күптәр белмәйҙер. Меновазин -  ул Рәсәйҙә һәм Уркаинала сығарылған, ауыртыуҙы баҫыу өсөн урынлы ҡулланыла торған дауа. Уны ғәҙәттә невралгияла, быуындар һыҙлағанда, шулай уҡ тире ауырыуҙарына ҡаршы ҡысытыуҙы баҫыр өсөн ҡулланалар. Меноваин составына ментол, новокаин, бензокаин һәм этил спирты инә. Хаҡы бик арзан ғына булған был дарыу һеҙгә бик күп төрлө ауырыуҙарҙан ярҙам итәсәк: дауамы сайтта

Добавить в предпочтительные источники Google
Меновазин ҡулланаһыңмы?Меновазин ҡулланаһыңмы?
Меновазин ҡулланаһыңмы?

 

1). Ангина ваҡытында уның менән ыуынып, тамаҡ тәңгәлен йылы шәл менән урап ҡуйырға кәрәк. Танау тоноп аптыратҡанда ла алмаш тилмәш меновазинды еҫкәр кәрәк.

2). Йоҡлай алмай интеккәндә, мамыҡҡа меновазин һеңдереп ҡолаҡтан елкә буйлап икенсе ҡолаҡҡа тиклем һөртөгөҙ. Ярҙам итер.

3). Варикоз булғанда табандан башлап өҫкә ҡарай түңәрәк формаһы яһап яйлап ҡына йөрөтөп сығығыҙ.

4). Биткә сыҡҡан һытҡыларҙы бөтөрөргә, асыҡ яраны дезинфекцияларға ла меновазин ярҙамға килер.

5). Аяҡтар ойоп, арып аптыратҡанда табандарға һәм тубыҡ артына һөртһәгеҙ, аяҡтарығыҙ яҙылып китер.

6). Һыуыҡ тейеп йүткереп аптыранғанда арҡағыҙҙы һәм түшегеҙҙе меновазин менән ыуып, төрөнөп ятып тороғоҙ. 2-3 тапҡыр шулай иткәндә, хәлегеҙ еңеләйер.

7). Радикулит аптыратҡанда ауыртыуҙы баҫыр өсөн елкәнән башлап умыртҡа һөйәге буйлап аҫҡа ҡарай һәм янбаш һәйәге тирәһен меновазин менән ыуығыҙ.

8). Теш һыҙлағанда, баш ауыртҡанда, йөрәк сәнсеп яурынбаш һыҙлағанда көнөнөә ике тапҡыр ҡолағығыҙҙы уратып меновазин һөртөгөҙ. Баш өйәнәге (мигрень) аптыратһа маңлайығыҙға һәм сикәләрегеҙгә һөртөгөҙ, хәлегеҙ еңеләйер.

9). Быуындарға тоҙ ултырғанда һыҙлаған ерҙәрегеҙгә һөртһәгеҙ, ауыртыу баҫылыр, йышыраҡ ошолай итһәгеҙ, хатта тоҙ ҙа кәмер.

 

Автор:Залия Байгускарова