Яңылыҡ
15 Декабря 2021, 12:50

Ырымбур еренең данлы улы

Ейәнсура районы делегацияһы Район хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы етәкселегендә Ырымбур районы Ейәнсура ауылында Мстислав Александрович (Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы) Ҡулаевҡа мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһыда ҡатнашты.

Ырымбур еренең данлы улыЫрымбур еренең данлы улы
Ырымбур еренең данлы улы
15-16 декабрҙә Ырымбур өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре үтә. Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Ырымбур өлкәһе губернаторы Хакимиәте ярҙамы менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ырымбур өлкәһенең Төбәктәр һәм мәғлүмәт сәйәсәте министрлығы, Ырымбур өлкәһендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге, Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы.
Тәүге көндә Ҡыуандыҡ районының Ейәнсура ауылында күренекле башҡорт йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт хөкүмәте рәйесе, телсе, табип, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Мстислав Александрович (Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы) Ҡулаевҡа мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтте.

Асыҡ сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, Мөхәмәтхан Ҡулаев үҫәргән башҡорттарынан сыҡҡан (бәләкәй ырыуы – Сураш), 1873 йылдың 8 февралендә Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районында тыуған. Тәүҙә Мөхәмәтхан тыуған Ейәнсура ауылында мәсет ҡарамағындағы мәҙрәсәлә уҡыған, ә ике йылдан һуң яңы асылған рус-башҡорт мәктәбенә күскән. 1886 йылда Ырымбур гимназияһына уҡырға ингән. 1896 йылда гимназияны тамамлағандан һуң, Ҡазан университетының медицина факультетына уҡырға инеү маҡсаты менән Ҡазанға юл тотҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, христиан булмаған башҡа дин кешеләренә унда юл ябыҡ була. Шуға күрә Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы православие диненә күсергә ҡарар иткән һәм Мстислав Александрович исемен алған. Туғандары һөйләүенсә, ғәмәлдә христиан диненә күсеүҙең төп сәбәбе ¬¬рус ҡыҙы Тамараға өйләнеү булған.

Тулыраҡ : https://kurultai.ru/ba/content/2813-slavnyj-syn-orenb..

#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир#Тарих #История #Оренбург #Башкиры
 
Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас