Яңылыҡ
18 Декабрь 2021, 05:50

Евросоюз Россияға ҡарата санкцияларын оҙайтты

Евросоюз Советы башлығы Шарль Мишель, әгәр Россия артабан да "Украинаға ҡаршы хәрби хәрәкәттәр алып барһа", Кремлде етди саралар көтә тип белдергән.

 Бынан тыш, ЕС Мәскәүҙе Минск килешеүҙәрен үтәүгә тотонорға саҡырған.
ЕС Украина һәм Россия граждандарына ҡарата Украинаның территориаль бөтөнлөгөнә һәм суверенитетына зыян һалыуҙа ғәйеп белдерелеп индерелгән индивидуаль санкцияларҙы 2014 йылдың мартынан даими оҙайтып тора. Әлеге ваҡытта санкциялар исемлегенә Россияның һәм Украинаның 177 физик һәм 48 шәхесе индерелгән. Сикләүҙәр ЕС илдәренә инеүҙе һәм исемлеккә индерелгән кешеләргә аҡса сығанаҡтарын, шулай ук финанс активтарын тапшырыуҙы тыя.
Быйыл сентябрҙә РФ Президенты Владимир Путин 2022 йылға контрсанкцияларҙы оҙайтыу тураһындағы указға ҡул ҡуйған ине. Аҙыҡ-түлек исемлегенә йәшелсә-емеш, ит һәм һөт продукттары инә.
Үҙ сиратында АҠШ-та Россияға санкциялар ҡулланыуын дауам итә. Әле Америка президенты Джо Байден хакимиәте, Россияның Украинаға ихтимал булған һөжүме осрағында тигән һылтау менән, Евросоюздың Россия банктары һәм энергетика компанияларына ҡарата киңерәк санкциялар пакеты ҡабул итеүен талап итә. Фараздарға ярашлы, яңы сикләүҙәр оборона компаниялары, шулай уҡ энергетика секторына, шул иҫәптә, ташкүмер һәм технологик экспортҡа ҡағылыуы мөмкин. Өҫтәүенә, АҠШ Германияның "Төньяҡ ағымы-2"не туҡтатыуына ирешергә тырыша.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас