

Өмбәт ауылында, капиталь ремонт эшләнелгәндән һуң, ауыл мәҙәниәт йорто ишектәрен асты.
Иҙәндәр, түбә яңыртылды, яҡтыртыу ҡорамалдары, тамашасы ултырғыстары һәм сәхнә кейемдәре ҡайтарылды. Был эштәр “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы ярҙамында башҡарылды.
Мәҙәни усаҡҡа халыҡ күпләп йөрөһөн, тигән теләктәр юллайбыҙ. Өмбәттә йырға ла маһирҙар, бейеүгә лә оҫталар күп. Клуб асылғас, байрам уңайынан бик матур концерт та ойошторолдо.